5 октябрь - Уҡытыусылар көнө
2007 – 2015 йылдарҙа республикабыҙҙың 450 педагогы «Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» исемен яулаған. Быйыл Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән 50 педагог 50 мең һум күләмендәге
аҡсалата премия менән бүләкләнде.
Байрам уңайынан бер нисәүһенең эше менән яҡынданыраҡ таныштыҡ.
– Яңы заман яңыса уҡытыуҙы талап
итә. Уҡытыусы үҙ һөнәренең оҫтаһы булыу өсөн заман менән бергә атларға, алдынғы ҡарашлы булырға, ижади эҙләнергә, һөнәри белемен һәр ваҡыт үҫтерергә тейеш. Һеҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә
ҡыҙыҡһыныу уятыр өсөн ниндәй алымдар ҡулланаһығыҙ?
Әлфиә ФАРШАТОВА, Яңауылдағы 1-се мәктәптең юғары
категориялы уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, «Йыл уҡытыусыһы – 2016» лауреаты. Эш стажы – 33 йыл:
– Дистанцион белем биреү технологияһын ҡулланам. Һәр бер уҡыусы дәрескә планшет йөрөтә. Бергәләп мультимедия күнегеүҙәре, төрлө темаларға коллаборатив викториналар эшләйбеҙ. Өйгә эштәрҙе лә
шуның буйынса бирәм. Интернет селтәрендә сайтым да бар. Унда бөтә фәнни-методик хеҙмәттәрем, уңыштарым, уҡыусыларға өҫтәмә шөғөлләнеү өсөн эштәр ҡуйылған. Республикала үҙем генә виртуаль
таҡта ҡуллана башланым. Ул әлегә корей, ҡытай, инглиз телдәрендә генә. Был таҡта тураһында ишетеп ҡалдым да интернетта эҙләнеп, башҡортсаға тәржемә иттем. Шәхсән дә, уҡыусылар менән эшләү
өсөн дә бик уңайлы. Әлеге онлайн-сервис ҡатмарлы проект-идеяларҙы ла ябайлаштырып фекер алышырға ярҙам итә. Электрон дәреслектәрҙе, һылтанмаларҙы ла ҡуйырға була. 15 сентябрҙә Башҡортостан
мәғарифты үҫтереү институтында уҡытыусыларға оҫталыҡ дәрестәре лә бирҙем.
Яңы технологиялар ҡулланғас, уҡыусыларым да ҡыҙыҡһынып китте. Тырышып уҡыйҙар. Былтыр туған тел булараҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресен бер генә синыф уҡыһа, быйыл II, III синыфтар ҙа теләк
белдерҙе.
Айгөл ШӘРӘФЕТДИНОВА, Әбйәлил районының Асҡарҙағы Таһир
Күсимов исемендәге гимназияһының юғары категориялы уҡытыусыһы. «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы» еңеүсеһе. Эш стажы – 22 йыл:
– Бөгөн заманса эшләү мөһим. Уҡыусылар күп белә, шуға беҙ мәғлүмәтле, замандан артта ҡалмай, яңы технологияларҙы киң файҙаланырға тейешбеҙ. Телде уҡытыу мәсьәләһе һәр ваҡыт көнүҙәк булып
тора. Ҡайһы бер ата-әсәләр шуны аңлап та етмәй. Шуға төрлө алымдар, саралар ҡулланып ҡына үҙ фәнебеҙгә йәлеп итә алабыҙ. Мин үҙем, мәҫәлән, дәрестәремде мультимедия проекторы менән
тулыландырам. Баланың белемен тикшереү йәһәтенән вотум баһалау системаһын киң файҙаланам. Балалар үҙ-үҙҙәренә баһа ҡуйырға бик ярата. Күбеһенсә минеке менән уларҙыҡы тап килә. Телмәр
үҫтереүгә, грамоталылыҡҡа өйрәтеүгә лә ҙур иғтибар бүләм.
Гөлшат АЛҒУШАЕВА, Йылайырҙағы Шәйехзада Бабич
исемендәге башҡорт гимназияһының юғары категориялы уҡытыусыһы. «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы» еңеүсеһе, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, райондың методик берекмә етәксеһе. Эш стажы – 28
йыл:
– Урыҫ балаларында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә төрлөсә ҡыҙыҡһыныу уятырға тырышам. Фәнемә ҡарата ҡараштары ыңғай. Яратып, теләп уҡыйҙар. Текстарҙы тәржемә итеп кенә ултырмайбыҙ, йырҙар ҙа
өйрәнәбеҙ, ижади эштәр башҡарабыҙ. Кроссвордтар төҙөү ҙә уҡыусыны яҡынайта. Уйлап табыу һәләттәре лә асыла. Үҙ-ара йәнле һөйләшеү булдырыу ҙа телгә һөйөү уятырға ярҙам итә.
– Эштең һөҙөмтәһе олимпиада, конкурстарҙа ҡатнашҡанда күренә. Ә һеҙҙең ниндәй уңыштарығыҙ бар?
Әлфиә ФАРШАТОВА:
– Дистанцион олимпиадаларҙың береһен дә ҡалдырмайбыҙ. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ үткәргән «Аҡмулла» олимпиадаһында гел генә призлы урындар яулайбыҙ. Айгөл Вәлиева, Гүзәл
Яхина, Илгизәр Миңлейәровтар уңыштары менән һөйөндөрөп тора.
Айгөл ШӘРӘФЕТДИНОВА:
– Йыл һайын район, республика кимәлендә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтәбеҙ. Һуңғы ваҡытта ғына уҡыусыларым республика, төбәк-ара олимпиадала өс тапҡыр еңеүсе, ике тапҡыр призёр исемен яуланы. Улар –
Сергей Волгов, Айгүзәл Оморҙаҡова, Альбина Шөғөровалар. «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең республика бәйгеһенән дә ситтә ҡалғаныбыҙ юҡ. Ҡазанда үткән Бөтә Рәсәй конференцияһында Иҙел
Хәкимов ҡатнашып, эше махсус йыйынтыҡҡа индерелде.
Гөлшат АЛҒУШАЕВА:
– «Башҡортостанды данлайым» иншалар конкурсында, башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаларында, «Халҡым өсөн» төбәк бәйгеһендә, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа һынатҡаныбыҙ юҡ. Бигерәк тә Нәргизә
Әбсәләмова, Гөлзифа Искәндәрова, Ғәзинур Алғушаев, Йәҙилә Ҡаҙаҡбаевалар әүҙем. «Ауыл уттары» район гәзитендә лә уҡыусыларымдың яҙғандары баҫылып тора.
– Һеҙҙең һөнәрҙе, йәғни юлығыҙҙы дауам иткән уҡыусылар бармы?
Әлфиә ФАРШАТОВА:
– Ике уҡыусым башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләп йөрөй. Юғары уҡыу йортонда белем алыусылар ҙа бар.
Айгөл ШӘРӘФЕТДИНОВА:
– Бөгөн күп уҡыусыларым минең һөнәрҙе һайлаған. Шуныһы менән бик бәхетлемен. Уларҙың уңыштарын, еңеүҙәрен үҙемдең еңеүем һымаҡ ҡабул итәм. Байрам һайын шылтыратып, ҡотлап торалар, интернет
селтәрендә хәлдәремде һорашалар.
Гөлшат АЛҒУШАЕВА:
– Быйыл ике сығарылыш синыф уҡыусыһы – Рәзилә Аҡъюлова менән Йәҙилә Ҡаҙаҡбаева туған тел буйынса имтихан һайланы, киләсәктә башҡорт филологияһына уҡырға барырға йыйыналар. Игеҙәк ҡыҙҙар –
Филүзә менән Дилүзә Ефимоваларҙың уҡытыусы булып эшләп йөрөүҙәре ҡыуаныслы. Минең юлымды дауам итеүҙәренә шатмын, улар менән сикһеҙ ғорурланам.
– Рәхмәт! Һеҙҙе яҡынлашып килгән Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайбыҙ. Эшегеҙҙә ижади уңыштар теләйбеҙ.
Г. ИБРАЕВА яҙып алды.